Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
7 Ноябрь 2023, 12:27

Аҡъяр ауылынан Вилена Ильясова-- Бөтә Рәсәй форумы еңеүсеһе

Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто уҡыусыһы  Мәскәүҙә булып ҡайтты

Аҡъяр ауылынан Вилена Ильясова-- Бөтә Рәсәй форумы еңеүсеһе
Аҡъяр ауылынан Вилена Ильясова-- Бөтә Рәсәй форумы еңеүсеһе

Мәскәү ҡалаһында “Беҙ Ватаныбыҙҙың ғорурлығы” форумы үтте. Форум тикшеренеү һәм ижади  проекттар буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының йомғаҡлау этабы булды.

Бөтә Рәсәй конкурсына меңгә яҡын эштәр һайланып алынды, әммә барыһы ла уны яҡлауға  саҡырылманы. Аҡъяр ауылы  Балалар ижады йортоноң “Агроэкология” берекмәһе уҡыусыһы Вилена Ильясова (етәксеһе Рәмил Акилов)  конкурстың йомғаҡлау өлөшөнә саҡырылды. Бында  40-лап  Рәсәй Федерацияһы субьекттарынан 200-ләгән ҡатнашыусы үҙ тикшеренеүҙәрен тәҡдим итте. Ғилми эшен юғары кимәлдә әҙерләгән, уны ышаныслы яҡлаған һәм жюри ағзалары һорауҙарына аныҡ яуап биргән Вилена  еңеүсе дипломы һәм “Беҙ Ватаныбыҙҙың ғорурлығы” исемле миҙалы менән бүләкләнде. Ҡотлайбыҙ!

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас: