4-6 ноябрҙә Баш ҡалабыҙ Өфөлә "Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы" республика бәйгеһе үтте.
Конкурста республиканың 7 районынан һәм 5 ҡалаһынан 12 команда ҡатнашты. Беҙҙең район һәм Урал аръяғы намыҫын яҡлап, 2-се Аҡъяр мәктәбенең "Көньяҡ Амурҙары" командаһы бәйгелә лайыҡлы сығыш яһаны.
Уйын йомғаҡтары буйынса командабыҙ 2-се урын яуланы, ә "Иң яҡшы капитан" номинацияһын Нәркәс Ғәлиева алды!
Уңыштар һәм яңынан-яңы үрҙәр, афарин!!!