Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
6 Ноябрь 2023, 21:41

2-се Аҡъяр мәктәбендә профилле кластар булдырылды

Ошо арала белем усағында психология-педагогия һәм медицина кластарын асыуға арналған сара үтте

2-се Аҡъяр мәктәбендә профилле кластар булдырылды
2-се Аҡъяр мәктәбендә профилле кластар булдырылды

2-се Аҡъяр мәктәбендә психология-педагогия һәм медицина кластарын асыуға арналған сара үтте.

Профилле кластар Өфө фән һәм технологиялар университетының Сибай институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты менән хеҙмәттәшлек сиктәрендә булдырылған.

Сараға саҡырылған ҡунаҡтар, педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре Ф. И. Ниғмәтуллина, Өфө ауылы мәктәбенең  математика уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Г.Ғ.Ғәлләмова изге нәсихәттәр менән сығыш яһаған. Онлайн форматта  Сибай институтының технология факультеты деканы А.С. Вәлиев та ҡатнашып, үҙенең сығышында институтта уҡыу йүнәлештәре тураһында һөйләй, уҡыусыларға уларҙың пландарын тормошҡа ашырыуҙарын теләне.

2-се мәктәптең профилле кластарын тамамлаған элекке табип педиатр З. Т. Ишемғолова, мобиль ФАП-тың фельдшеры А. Ш. Юнысов балаларға юғары уҡыу йорттарына инергә, һөнәр алырға һәм районға ҡайтыуҙарын теләне. Балаларҙы медицина хеҙмәткәре һөнәренә бағышлап, улар медицина кластары уҡыусыларына аҡ халат кейендереп, медицина халаты таҙалыҡ символы, медицина мөхитендә гигиена һәм камиллыҡ билдәһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала.

Район мәғариф идаралығының начальнигы Н.Х. Рыҫҡолов  профилле психологик-педагогик һәм медицина кластарының булдырылыуы бик мөһим ваҡиға булыуын билдәләне, сөнки был балалар өсөн яҡшы белем алыу һәм теләгән уҡыу йорттарына инеү өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Эйе, район бындай профилле белгестәргә бик мохтаж һәм  йәштәрҙең табип һәм уҡытыусы булырға теләүен күреү ҡыуаныслы. Сара аҙағында Нияз Хәмзә улы профилле кластарҙа уҡыусыларҙың танытмаларын тапшырҙы.

2-се Аҡъяр мәктәбендә профилле кластар булдырылды
2-се Аҡъяр мәктәбендә профилле кластар булдырылды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: