Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
3 Ноябрь 2023, 19:08

Йәш шайморатовсылар һыбай атланды

Бүребай мәктәбенең 6-сы "ш" класы уҡыусылары атта йөрөргә өйрәнә

Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге директоры Рәсүл Рәхмәтуллин, “Йәш армеецтар” хәрәкәтенең урындағы бүлексәһе начальнигы Таһир Ишемғолов Бүребай мәктәбенең 6-сы “ш” класына Яңы Петровка ауылынан Владимир Матвеев шәхси хужалығына сәфәр ойошторҙо. Сара Шайморатов класы стандартын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә  ойошторолдо. Йәш шайморатовсыларҙы Яңы Петровка ауылынан  Владимир  Павлович ихлас ҡаршы алды. Ул балаларға аттар, йылҡы тоҡомдары, ат спорты төрҙәре, "Ылаҡ" милли уйыны тураһында һөйләне, шулай уҡ һыбай йөрөү серҙәре, хәүефһеҙлек талаптары һәм егелгән аттарҙың холоҡтары менән таныштырҙы. Оҫталыҡ дәресенә шулай уҡ Иҫәнгилде ауылынан фермер Нур Күсәрбаев ҡушылды, ул башҡорт тоҡомло аттар тураһында мәғлүмәт бирҙе, йылҡы малдарына ҡарата мөнәсәбәте, малҡайҙарҙы тәрбиәләү тураһында айырым бер йылылыҡ менән бәйән итте. Бәләкәйҙән һыбай йөрөгән Владимир Матвеевтың 9 йәшлек улы Гавриил да үҙенән 3 йәшкә ҙурыраҡ уҡыусылар менән тиҙ арала дуҫлашып, түкмәй-сәсмәй аттар тураһында һөйләне.

Башта аттарҙан бер аҙ шөрләп ҡалған уҡыусылар, оҫталыҡ дәресе аҙағына ҡарай "Хәҙер минең сират!", "Аҡ атҡа мин ултырам" тип бер булдылар. Малайҙар ҙа, ҡыҙҙар ҙа инструкторҙар ярҙамында һыбай йөрөргә өйрәнде, ҡайһылары үҙ аллы йөрөп күрһәтте.  Һалҡын һауа торошона ҡарамаҫтан, көҙгө каникулдың бер көнөн балалар бик күңелле үткәрҙе. Хатта аҙаҡ өйҙәренә ҡайтҡылары килмәне.

Фәһемле лә, күңелле лә экскурсия уҡыусыларҙа ысынлап та ауыл хужалығы һөнәренә ҡыҙыҡһыныу уятты.

Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Йәш шайморатовсылар һыбай атланды
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: