Илебеҙ бер, телебеҙ төрлө,
Кейемдәребеҙ сағыу.
Башҡорт, урыҫ, татар, марий
Иң мөһиме- татыу булыу!
Берҙәмлеккә бер ни етмәй
Дуҫ булып йәшәү артыҡ
Иңгә- иң терәп йәшәгәс
Гел генә татыу булдыҡ!
Балаларҙа илһөйәрлек, берҙәмлек, ярҙамсыллыҡ, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү балалар баҡсаһынан килә.
Бөгөн Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә арналған музыкаль сарала кескәйҙәр байрамдың тарихы менән таныштылар. Үткәрелгән "Берҙәмлектә- көс" тигән уйын - тәжрибә ярҙамында кескәйҙәр ысынлап та берәгәйлектең көсөнә инандылар. Тыуған илебеҙҙә йәшәгән халыҡтар теле, тышҡы ҡиәфәте, ғөрөф- ғәҙәттәре менән айырылалар, ә шулай ҙа татыу йәшәүҙәрен музыкаль уйындарҙа сағылдырҙыҡ.("Ҡурай", "Тирмә", "Жмурки")
Физкультура инструкторы Бикмөхәмәтова Х.Т. үткәргән "Рәсәй- алға!" флешмобында балалар дәртле бейенеләр, башҡорт теле уҡытыусыһы Хәйбуллина Й.Ф. милли кейем үҙенсәлектәре тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
Байрам тантаналы, фәһемле һәм күңелле үтте.