Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
2 Ноябрь 2023, 14:38

Рәсәйҙең махсус хәрби операцияһында ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары колледждарға сиратһыҙ ҡабул ителә

-

Рәсәйҙең махсус операцияһында ҡатнашыусыларға, уларҙың балаларына колледждарға һәм техникумдарға сиратһыҙ инеү хоҡуғы бирелә, тип хәбәр итте Федерация Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, махсус хәрби операция мәсьәләләре буйынса эшсе төркөм етәксеһе Андрей Турчак.

Билдәләнеүенсә, мәктәп аттестатындағы һөҙөмтәләр, маҡсатлы уҡытыу килешеүенең булыу-булмауы мөһим түгел. Дәүләт Думаһына тейешле төҙәтмәләр индерелде.

«Ҡануниәткә үҙгәрештәр бындай абитуриенттарҙың бөтөнләй конкурсһыҙ уҡырға инеүен күҙ уңында тотмай. Әммә башҡа тигеҙ шарттарҙа (мәҫәлән, бер үк балл) махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары өҫтөнлөккә эйә. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операция барышында һәләк булған йәки ҡаты яраланған хәрбиҙәрҙең һәм көс ведомстволары хеҙмәткәрҙәренең балалары кадет, шулай уҡ башҡа хәрби училищеларға конкурсһыҙ уҡырға инә ала», — тине Турчак.

Быға тиклем юғары уҡыу йорттары өсөн ошондай башланғыс ҡабул ителгәйне. Уның һүҙҙәренсә, яҡын киләсәктә был урта һөнәри белем биреү учреждениеларында ла ғәмәлгә индерелә.

https://www.bashinform.ru/news/svo/2023-11-02/uchastnikov-svo-rossii-i-ih-detey-zachislyat-v-kolledzhi-bez-ocheredi-3503179

Автор:Иван Вавилов.
Автор:
Читайте нас: