Традиция буйынса Аҡъяр үҙәк район дауаханаһында райондың өлкән класс уҡыусылары өсөн һөнәри йүнәлеш буйынса дәрестәр үтте.
Акцияның маҡсаты - уҡыусыларҙы һөнәри йүнәлеш биреү, медицина өлкәһенә яңы кадрҙар йәлеп итеү.
Был юлы дәрестәр хирургия бүлеге мөдире, табип-хирург Вилнур Һәүбәнов ҡатнашлығында үтте. Ул балаларға медицина, һаулыҡ һәм ауырыуҙарҙы иҫкәртеү, ошо изге һәм абруйлы һөнәрҙе һайлаған кешеләр, уның үҙенсәлектәре хаҡында һөйләне.
Йәш ординаторҙар, буласаҡ анестезиологтар Һәм реаниматологтар Эмиль Бикмәтов Һәм Андрей Писарев ни өсөн медицинаны һайлағандары, БДИ тапшырыуҙары һәм Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингәндә конкурс уҙғарыуҙары хаҡында һөйләнеләр. Балаларға йөрәк-үпкә реанимацияһын нисек дөрөҫ үткәрергә һәм өҫкө тын юлдары аша сит есем эләккәндә тәүге медицина ярҙамы күрһәтергә кәрәклеген күрһәттеләр.
Уҡыусыларға шулай уҡ медицина хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы саралары һәм медицина уҡыу йорттарына инеү өсөн маҡсатлы йүнәлештән нисек файҙаланыу, әлеге ваҡытта талап ителгән һөнәрҙәр хаҡында һөйләнеләр.
Балалар өсөн поликлиника буйлап экскурсия үткәрелде, манипуляция кабинеттарының эше менән таныштырҙылар һәм диагностика өсөн ҡорамалдар, уны ниндәй маҡсатта ҡулланыуҙары хаҡында һөйләнеләр.
Киләһе ошондай осрашыу киләһе айҙа планлаштырылған.