Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Октябрь 2023, 19:23

Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша

  

Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша
Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша

Бөгөн Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары педагогтарының мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә дәүләт сәйәсәтенең стратегик йүнәлештәренә һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы тәрбиәләү һәм үҫтереү өсөн берҙәм белем биреү киңлеген булдырыуға арналған Республика форумы үтте. Пленар өлөштән һуң ҡатнашыусылар 6 майҙансыҡ буйынса бүленеп тәжрибә уртаҡлашҡан.
Беҙҙең райондан сарала мәғариф идаралығы начальнигы Нияз Рыҫҡолов, мәктәпкәсә белем биреү буйынса методист Ләйсән Рыҫҡолова, Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһы мөдире Рима Шәрәфетдинова, Маҡан ауылы "Миләшкәй" балалар баҡсаһы мөдире Рәмзиә Тусалина, Аҡъяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһының физик культура буйынса инструкторы Хәлиҙә Бикмөхәмәтова һәм Аҡъяр ауылының "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы педагог-психологы Әлфиә Солтанова ҡатнашты.

Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша
Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша
Хәйбулла педагогтары республика форумында ҡатнаша
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас: