Бөтә яңылыҡтар
МӘҒАРИФ
31 Октябрь 2023, 19:38

Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе

Аҡъяр ауылы “Бәпембә” балалар баҡсаһының “Аҡ сәскә” төркөмөндә шаулап-гөрләп башҡорт халҡының матур йолаһы “Ҡаҙ өмәһе” үткән

Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе

Башҡорт халҡында яҡшы ғәҙәткә инеп киткән йола-байрамдар бик күп. Шуларҙың береһе – “Ҡаҙ өмәһе”. Тәүге һыуыҡтар башланғас, ауылдарҙа ҡаҙ өмәләре шау-шыу һәм күңелле үтә.
Көҙөн, ҡышҡа аяҡ баҫҡанда ҡаҙҙарҙы бергәләшеп эшкәртер булғандар. Ҡаҙ өмәһе ул эш кенә түгел, ә матур итеп аралашыу, күңел асыу, үҙеңде күрһәтеү сараһы ла. Ә эшенә килгәндә, күмәкләшеп эшләгәс, ҡаҙ йолҡоу байрам төҫөн ала. Ҡыҙҙар йолҡолған ҡаҙҙарҙы көйәнтәләргә аҫып шишмәгә, һыу буйына юл тота. Егеттәр ҙә ситтә ҡалмай, гармун, ҡурайҙарын алып ҡыҙҙар менән йылғаға бара. Йылға буйында матур йырҙар, күңелле таҡмаҡтар, дәртле бейеүҙәр менән ҡаҙҙарҙы ағым һыуға тығып сайҡайҙар.

Беҙҙең “Бәпембә” балалар баҡсаһының “Аҡ сәскә” төркөмөндә шаулап-гөрләп башҡорт халҡының матур йолаһы “Ҡаҙ өмәһе” үтте. Ата-әсәләр һәм балалар бар тырышлыҡтарын һалып әҙерләнде. Беҙҙең балалар баҡсаһы, ғөмүмән, ата-әсәләр менән бик әүҙем эш алып бара. Һәр сараны ата-әсәләр менән бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Атайҙар ҡыҙҙарға көйәнтә яһап, ә әсәйҙәр матур-матур таҫмалар менән биҙәп ҡуйҙылар.
Был йолала балаларға башҡорт халҡының йолаларын күрһәтеп кенә ҡалмайбыҙ, халыҡтар дуҫлығын, бер-беребеҙҙе хөрмәт итергә, ярҙам итергә, башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнергә, һаҡларға кәрәклеген дә иҫтән сығармайбыҙ.

Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Балалар баҡсаһында – ҡаҙ өмәһе
Автор:Аҡъяр ауылы "Бәпембә" балалар баҡсаһы
Читайте нас: