

И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы студенттары махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға ярҙам итә.
Улар “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй ярҙам акцияһы сиктәрендә, гуманитар ярҙам йыйыуҙы ойошторҙо. Студенттар һәм уларҙың ата-әсәләре тиҙ боҙолмай торған аҙыҡ-түлек, шәхси гигиена саралары, йылы кейемдәр тупланы. Шулай уҡ студенттар яугирҙарға хаттар яҙҙы.