МӘҒАРИФ
27 Октябрь 2023, 14:07

«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты

   

«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты

Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары баш ҡалабыҙ Өфөлә полилингваль белем биреү буйынса Халыҡ-ара форумда ҡатнашты. Форум эшендә 250-нән ашыу педагог: Рәсәйҙең 12 төбәгенән Һәм Ҡаҙағстандан вәкилдәр ҡатнашты.

Мәктәпкәсә учреждениеларҙа полилингваль белем биреү киңлегендә эшләү тәжрибәһе Аҡъяр ауылының «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары уртаҡлашты. Балалар баҡсаһы мөдире Альбина Ғарифйән ҡыҙы Сурина полилингваль белем биреү шарттарында баланың үҫеш моделенең үҙенсәлектәре тураһында доклад менән сығыш яһаны. Педагог Рәмзиә Мусина форумда туған телде өйрәнеүгә арналған "Маршрут төҙөлгән: туған телгә юлға 7 аҙым" темаһына күргәҙмә тәҡдим итте. Өҫтәмә белем биреү педагогы Баныу Рәхмир ҡыҙы Асҡарова уйын алымдары аша инглиз телен өйрәнеү буйынса "Сәлимә менән Батыр инглиз теле менән сәйәхәт итә" темаһына эш тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Форумдың модераторҙары был теманың көнүҙәк булыуын билдәләнеләр, белем биреү материалын күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙеләр һәм мәктәпкәсә белем биреү киңлегендә артабан да уңышлы эшләүҙәрен теләнеләр.

Форум педагогтарға башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән коллегалары менән тәжрибә уртаҡлашырға, шулай уҡ полилингваль белем биреүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерергә мөмкинлек бирҙе.

«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты
«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы педагогтары Халыҡ-ара форумда ҡатнашты
Автор:«Шатлыҡ» балалар баҡсаһы
Читайте нас