МӘҒАРИФ
26 Октябрь 2023, 07:43

Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары аҡ халаттар кейҙе

Улар Сибай медицина колледжында фельдшер һөнәре үҙенсәлектәре менән танышты

Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары аҡ халаттар кейҙеСиҙәм мәктәбе уҡыусылары аҡ халаттар кейҙе
Сиҙәм мәктәбе уҡыусылары аҡ халаттар кейҙе

Сиҙәм мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары Сибай медицина колледжында фельдшер һөнәре менән танышты.

Колледж уҡытыусыһы Люциә Ғәббәсова  фельдшер хеҙмәтенең мөһим һәм  яуаплы булыуы,  кеше ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуҙа  беренсе ашығыс ярҙам күрһәтеүе тураһында һөйләне. Фельдшерҙар һәр ваҡыт дежурствола.  Һәр кем фельдшер булып эшләй алмай, әммә һәр кемебеҙгә уның ярҙамы кәрәк  булыуы ихтимал. Уҡыусыларға хатта үҙҙәрен  медицина хеҙмәткәре итеп тойоп ҡарарға тәҡдим иттеләр. Мәҫәлән, улар  артериаль ҡан баҫымын үлсәргә өйрәнделәр.  Практик заданиеларҙы әүҙем үтәнеләр.  

МБОУ СОШ с. Подольск


#Профессионалитет
#Амбассадоры_Профессионалитета
#ПРОверь
#Я_в_хорошей_компаниии #Навигаторыдетства

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас