

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө буйынса кәңәшмә үткәрҙе.
Архитекторҙар төркөмө кампустың визуализацияһын күрһәтте, уның төп идеяһы - металл, пластик һәм таш ярҙамында белем биреү һәм фән атмосфераһын булдырыу.
Андрей Назаров тәү сиратта түшәм һәм ресепшн зоналары буйынса кәүҙәләнеш варианттарын күрһәтергә һәм шул урындарҙа эште тамамларға ҡушты.
Премьер-министр унда Зәки Вәлиди урамынан Туҡайға тиклем һәм Гоголь урамынан килеү варианттарын ҡарарға тәҡдим итте. Шулай уҡ ул бөтә контроль нөктәләрҙе тиҙләтелгән режимда сифатлы башҡарырға кәрәклекте иҫкә төшөрҙө.
“Заманса һәм уңайлы мөхит булдырыу, йәштәрҙе ылыҡтырыу урыны итеү өсөн кампустың һәр элементын күңел һалып башҡарырға кәрәк. Биҙәкләнеше, дизайн-коды иң алдынғы архитектура һәм дизайн йүнәлешен кәүҙәләндерергә тейеш. Кампус фән, инновациялар һәм республикалағы заманса белем биреү үҙәге, студенттарҙы, ғалимдарҙы йәлеп итеү нөктәһе һәм ҡала халҡының заманса йәмәғәт биләмәһе булырға тейеш”, - тип билдәләне Андрей Назаров.