МӘҒАРИФ
23 Октябрь 2023, 17:35

Уҡытыусының кейеме ниндәй булырға тейеш?

Ата-әсәләр төрлө талаптар ҡуя.

Уҡытыусы көнө алдынан “Вебер” социологик агентлығы уҡытыусының тышҡы ҡиәфәте тураһында фекерҙәрҙе анализланы.

Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса һорауға яуап биреүеләрҙең 84 проценты уҡытыусының тышҡы йөҙө ҡәтғи талапҡа яуап бирергә тейеш тип иҫәпләй. Шуныһы ҡыҙыҡлы, уҡытыусынан дресс-код үтәүҙе ир-егеттәр түгел, ә күберәк ҡатын-ҡыҙҙар талап итә.

Күпселек ата-әсәләр фекеренсә, идеаль уҡытыусы эшлекле, классик, офис стилендәге кейемдә булырға тейеш. Иң ҙур талап – ҡәтғи тышҡы ҡиәфәт. Күпселек ата-әсәләр бөхтә прическаға, сама менән һалынған макияжға, биҙәүестәрҙең дә күп булмауына өҫтөнлөк бирә.
"Вебер" белдереүенсә, һорауға яуап биреүселәрҙең 5 проценты быларҙы уҡытыусының шәхси эше тип иҫәпләй, иң мөһиме - балаларға төплө белем биреү. Тағы ла 3 процент  уҡытыусының заманса итеп кейенеүен теләй.
Әйтергә кәрәк, йәмәғәт фекерен алыу быйыл 23-24 августа 18 йәштән өлкән булған 1300 ватандашыбыҙ араһында уҙғарылған.

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас