МӘҒАРИФ
23 Октябрь 2023, 17:57

Был дарыуҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ

Вуз-ара студенттар кампусында БДМУ ғалимдары йәшәү өсөн мөһим дарыуҙар әҙерләйәсәк. 

Был дарыуҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡБыл дарыуҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ
Был дарыуҙар ғүмерҙәрҙе ҡотҡарасаҡ

Вуз-ара студенттар кампусында IQ-парктың дүртенсе ҡатында Башҡорт дәүләт медицина университеты “Фарма-үҙәк” урынлаштырырға ниәтләй. Унда мишень-йүнәлешле биологик актив матдәләрҙе синтезлау лабораторияһы эшләйәсәк. Бында илебеҙҙең үҙенсәлекле әүҙем фармацевтика субстанцияларын эҙләп табыу, уларҙы клиникаға тиклем тикшереү һәм фармакопей кеүек стандарт өлгөләр әҙерләү менән шөғөлләнәсәктәр.

– “Фарма-үҙәк”тә яңы алымдар ярҙамында фармацевтика препараттарын эҙләү йүнәлеш аласаҡ. Тикшеренеүҙәрҙең төп йүнәлештәре – психотроп, йөрәк-ҡан тамырҙары, кардио- һәм нейро-протектор активлығына эйә яңы матдәләрҙе синтезлау. Лабораторияла табылған берләшмә-лидерҙар нигеҙендә йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен, депрессияларҙы, мейе ҡан әйләнешен боҙоуҙы һәм гемостаз системаһын дауалау өсөн үҙенсәлекле Рәсәй дарыуҙары булдырыласаҡ, – тип һөйләне Башҡорт дәүләт медицина университеты фундаменталь медицина инстиутының бәләкәй таргетлы молекулаларҙы эҙләү лабораторияһы мөдире Галина Розит.

Ғалим һүҙҙәренсә, дарыуҙар әҙерләү өсөн актуаль алымдар ҡулланыла һәм эштәр алып барыла.

Сәп-йүнәлешле биологик актив матдәләрҙе синтезлау лабораторияһы яңы биологик актив берләшмәләрҙе синтезлау ысулдарын эшләү, физик-химик анализ алымдарын үткәреү, молекулаларҙың сәптәр менән үҙ-ара тәьҫир итешеүенең һанлы моделдәрен булдырыу һәм компьютер моделдәрен әҙерләү, кәрәкле күләмдә яңы органик берләшмәләр эшләү менән шөғөлләнә.

Лабораторияның икенсе мөһим бурысы – ғилми-тикшеренеү, методик һәм уҡыу эшмәкәрлеге. Ғилми-тикшеренеү эштәрен үткәреүгә уҡытыусыларҙы, студенттарҙы, аспиранттарҙы, шулай уҡ тышҡы белгестәрҙе һәм эксперттарҙы йәлеп итеү планлаштырыла.

Белешмә. Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусы төҙөлөшө “Фән һәм университеттар” милли проекты сиктәрендә дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын һәм концессия килешеүҙәрен файҙаланып инновацион белем биреү мөхитен булдырыу буйынса федераль программа сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.

Сығанаҡ һәм фото: https://pravitelstvorb.ru/news/21969/

 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас