

Бөгөн Сибайҙа «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы» республика КВН конкурсының зона этабы үтте. Беҙҙең район исеменән 2-се Аҡъяр мәктәбенең «Көньяҡ Амурҙары» командаһы (етәксеһе Гөлфирә Мөхәмәтшина) сығыш яһаны. Көлкөлө-мәрәкәле уйында улар еңеүсе була. һәм хәҙер әҙер «Көньяҡ Амурҙары» командаһына Өфөлә район һәм бөтә Урал аръяғы намыҫын яҡларға тура киләсәк. Уңыштар теләйбеҙ!!!