МӘҒАРИФ
17 Октябрь 2023, 06:27

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” баҡсаһы ҡыҙҙары бейей

Унда Халыҡ-ара икмәк көнөнә ҡарата матур сара үтте

Аҡъяр ауылының “Йәйғор” баҡсаһы ҡыҙҙары бейейАҡъяр ауылының “Йәйғор” баҡсаһы ҡыҙҙары бейей
Аҡъяр ауылының “Йәйғор” баҡсаһы ҡыҙҙары бейей

16 октябрь халыҡ-ара икмәк көнө билдәләнә!

Икмәк баҫыуҙа үҫә

Унан амбарға күсә

Аҙаҡ мейестә бешә

Ҡыҙарып мейестән төшә

Шунан килә өҫтәлгә

Беҙгә ҡеүәт өҫтәргә!

Икмәк булһа табында

Булдырам мин барын да!


Икмәк булһа йыр була тейҙәр халыҡта. Ысынлап та шулай. Икмәк - иң мөһим ризыҡ.


Аҡьяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһы музыка етәксеһе Сәлимова Әлиә Ишмырҙа ҡыҙы бейеү өйрәнергә килгән" Ромашка" төркөмө ҡыҙҙарын икмәк менән ҡаршы алды. Икмәк- тоҙ менән ҡәҙерле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, икмәктең ҡәҙере, нисек өҫтәлгә килеп эләгеүе тураһында әңгәмә үткәрҙе.
Тулҡынланып ултырған бойҙай башаҡтары, иген диңгеҙе тураһында видео ҡарап Х.Әхмәтовтың Ҡ.Даян һүҙҙәренә яҙған “Ялан батыры маршы” йырын тыңланыҡ.
Ҡыҙҙар "Башаҡтар" бейеүендә туҡ башаҡтарҙың талғын хәрәкәтен, икмәккә хөрмәтен сағылдырҙылар.

Әлиә Сәлимова,

 Аҡьяр ауылы "Йәйғор"балалар баҡсаһының музыка етәксеһе.

Автор:
Читайте нас