

"Аталы бала - арҡалы бала" тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Октябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә Атайҙар көнө билдәләнә. Ошо байрам айҡанлы Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ " балалар баҡсаһында "Балаларҙы тәрбиәләүҙә атайҙың роле" исемле форум үтте.
Форум Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт флагтарын күтәреү тантанаһынан башланды. Флагты күтәреү хоҡуғы балалар баҡсаһы тормошонда әүҙем ҡатнашыусы, күп балалы атай Томаншин Шамил Тимербулат улына һәм мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөгән ҡыҙына бирелде.
Форумда балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре атайҙарға балалары менән бергә уйындар үткәрҙеләр. Улар схемаға ҡарап конструктор йыйҙылар, "Шалҡан" әкиәтен сәхнәләштерҙеләр, туп менән хәрәкәтле уйын уйнанылар, ҡыҙыҡлы һорауҙарға яуап бирҙеләр. Ә иң мөһиме, атайҙар ошо форумдан үҙҙәре өсөн балаларына күберәк иғтибар бүлергә, улар менән уйнарға, аралашырға, мәғлүмәт менән уртаҡлашырға кәрәклегенә төшөндөләр. Бала шул саҡта ғына ярҙамсыл, изге күңелле, һиҙгер һәм хәстәрлекле булып үҫәсәк.
Бөтә атайҙарҙы ла байрамдары менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Ер йөҙөндәге һәр бала ғаилә йылыһын тойоп үҫһен!
Автор:Рәмзиә Мусина,
Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ" балалар баҡсаһы