МӘҒАРИФ
12 Октябрь 2023, 15:30

Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша

Бөгөн 2-се Аҡъяр мәктәбендә «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы»  республика КВН конкурсының муниципаль этабы үтте.

Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө ашаЕтди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша
Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша

Бөгөн 2-се Аҡъяр мәктәбендә Педагог Һәм остаз йылына, Йәш юл хәрәкәте инспекторҙары отрядтары ойошторолоуына 50 йыл тулыуға арналған «Балалыҡтың хәүефһеҙ юлы» дөйөм белем биреү учреждениелары командалары араһында  КВН республика конкурсының муниципаль этабы үтте.

Конкурсты Хәйбулла районы буйынса ЮХХДИ бүлеге, Мәғариф идаралығы һәм Аҡъяр ауылы Балалар ижады йорто ойошторҙо. Конкурста ике команда ҡатнашты: "Көньяҡ амурҙары" (2-се Аҡъяр мәктәбе) һәм "Прорыв" (Бүребай  мәктәбе).

Командалар өс конкурс буйынса тамашалар әҙерләне:
- Сәләмләү. Конкурстың темаһы: «Тәҡдим ителгән хәрәкәт тиҙлеге - 50!»;
- Капитандар конкурсы. Конкурстың темаһы "Педагог - исем түгел, педагог - булмыш";
- "Ә юл һоро таҫма менән урала..." темаһына фристайл.

Конкурс йомғаҡтары буйынса:
1-се урын "Көньяҡ амурҙары" (2-се Аҡъяр мәктәбе)

2-се урын "Прорыв" (Бүребай  мәктәбе). 

Зона этабында Хәйбулла районынан еңеүсе команда сығыш яһаясаҡ.

 

фото һәм мәғлүмәт:Движение первых | Хайбуллинский район

Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша
Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша
Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша
Етди һәм мөһим нимәләр хаҡында - уйын-көлкө аша
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас