

Аҡъяр ауылы “Йәйғор” балалар баҡсаһында «Тыуған илем - Башҡортостан» тип аталған аҙналыҡ сиктәрендә бай йөкмәткеле саралар үтте.Төркөмдәрҙә балалар тәрбиәселәре менән темаға ярашлы төрлө ҡул эштәре эшләнеләр, һүрәт төшөрҙөләр, илебеҙ буйлап виртуаль сәйәхәт ҡылдылар, башҡорт халҡының боронғо тормош-көнкүреш әйберҙәре, милли кейеме, аш-һыуҙары менән таныштылар, дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығыттылар.
Өҫтәлмә белем биреү педагогы Хәйбуллина Й.Ф., музыка етәксеһе Сәлимова Ә.И., төркөм тәрбиәселәре Соболева О.А., Күҫәкова Е.В. ойошторған мәктәпкә әҙерлек һәм өлкәндәр төркөмө тәрбиәләнеүселәре өсөн “Республикамды яратам!” исемле байрам аҙналыҡтың күркәм сараларының береһе булды. Байрам илебеҙҙең бөйөк йыры, гимн менән башланып китте. Балалар тыуған илебеҙҙе данлап шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, «Тирмә», «Йәшерәм яулыҡ», “Ҡурай” кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнанылар. Малайҙар милли батырыбыҙ, Салауат Юлаев кеүек көслө, етеҙ булырға теләп “Аттарҙа” сабыштылар. Тыуған илебеҙгә, тәбиғәтебеҙгә, туған телебеҙгә ҡарата һөйөү һәм Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға ихтирам, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләүсе аҙналыҡ балалар күңелендә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырыр. Рухи яҡтан бай баланың күңеле лә, эшләгән эше лә, уйы ла матур була. Сөнки тап Ватан яҙмышы, кешелектең киләсәге ана шул кескәйҙәрҙең бөгөн ниндәй тәрбиә алыуына бәйле.