

Бөгөн Аҡъяр ауылы "Шатлыҡ " балалар баҡсаһында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған матур байрам үтте.
Был сара телебеҙгә, тыуған илебеҙгә, Республикабыҙҙың тарихына һәм мәҙәниәтенә, символикаһына ҡыҙыҡһыныу уятыу, Башҡортостаныбыҙҙа йәшәүсе халыҡтарға һөйөү тәрбиәләү маҡсатында үткәрелде.
Балалар тыуған илебеҙ тураһында шиғырҙар һөйләнеләр, йырҙар йырланылар, илебеҙҙең дәүләт символдары тураһында белемдәрен нығыттылар. "Йәшерәм яулыҡ " кеүек башҡорт халыҡ уйындарын яратып уйнап, йырлап-бейеп күңел астылар. Балаларға сара бик ныҡ оҡшаны.