МӘҒАРИФ
9 Октябрь 2023, 14:45

Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!

Степной ауылы мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары бөтә күмәк сараларҙа әүҙем ҡатнаша

Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!

Степной ауылы мәктәбенең 8-се класс уҡыусылары бөтә күмәк сараларҙа әүҙем ҡатнаша. Балалар ата-әсәләре менән бергәләп төрлө ҡамыр ризыҡтары бешерә, ҡулдары менән ҡул эштәре яһай һәм быларҙың барыһын да һатыуға сығара.

Йыйылған аҡсаға улар хыялдарын тормошҡа ашыра. Мәҫәлән, быйыл йәй үҫмерҙәр Ҡара диңгеҙҙә барып ял итте. Әйткәндәй, уҙған уҡыу йылында улар 148 мең һум аҡса эшләгән. Был аҡса уҡыусыларға торлаҡ, аҙыҡ-түлек һәм күңел асыу өсөн етерлек була. Быйыл уҡыусыларҙың яңы маҡсаты бар: ҡышҡы Мәскәүҙе һәм йәйге Санкт-Петербургты күрергә. Улар 25 мең һум самаһы аҡса эшләгән дә инде.

Йәштәргә уҡыуҙарында уңыштар һәм бөтә изге теләктәренең бойомға ашыуҙарын теләйбеҙ!

Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Хыялдарығыҙ бойомға ашһын!
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас