

1 октябрҙән 7-һенә тиклем Хәйбулла мәктәптәренең 10-сы кластарында белем алған 36 егет Шишмә районында «Авангард» хәрби-патриотик тәрбиә биреү уҡыу-методик үҙәгендә күнекмә йыйылыштарын уңышлы үтте.
Дәрестәр Рәсәй Федерацияһы граждандарын оборона өлкәһендә башланғыс белемгә уҡытыуҙы ойоштороу һәм уларҙы тулы дөйөм белем биреү учреждениеларында хәрби хеҙмәт нигеҙҙәре буйынса әҙерләү тураһында раҫланған инструкцияларға ярашлы үтә. Уҡыусылар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған: йылы бүлмәләр, биш тапҡыр туҡланыу.
Балалар тәүге медицина ярҙамы күрһәтеү, хәрби топография буйынса практик күнекмәләргә эйә булды, шәхси составты пехотаның хәрби машинаһына төшөрҙө һәм ултыртты, радиация, химик һәм биологик хәүефтән һаҡланыу сараларын һынап ҡараны, окоп ҡаҙырға өйрәнде, лазер тирында атырға өйрәнде, "Геройҙар уҙышы" ҡаршылыҡтары аша үтте һәм тактик әҙерлек буйынса белем алды.
Бөтә егеттәр ҙә яҡшы физик, әхлаҡи әҙерлек күрһәтте һәм күнекмә йыйылыштарын лайыҡлы үтте.