МӘҒАРИФ
7 Октябрь 2023, 14:10

Тырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөн

   

Тырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөнТырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөн
Тырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөн

Аҡъяр ауылының "Уңыш" стадионында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған тантаналы сара үтте.  Байрам сиктәрендә республика һәм район наградаларын тапшырыу тантанаһы үтте.  

Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбен төҙөүгә һәм файҙаланыуға тапшырыуға тос өлөш индергәне өсөн муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ҡотоев Илмир Мәжит улы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы менән бүләкләнде. Награданы тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Камил Бирғолиев тапшырҙы.

Шулай уҡ күп йыллыҡ емешле хеҙмәте, юғары профессионализмы, Башҡортостан Республикаһының төҙөлөш тармағын үҫтереүгә шәхси өлөш индергәне, Башҡортостан Республикаһы Төҙөлөш һәм архитектура министрлығының рәхмәт хаты район хакимиәттең архитектура, төҙөлөш һәм йәшәйеште тәьмин итеү бүлегенең баш белгесе Үзбәкова Хәлиҙә Фәнүс ҡыҙына тапшырылды.

Тырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөн
Тырышлыҡтары - халыҡ мәнфәғәте өсөн
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас