

Сиҙәм ауылы урта мәктәбенең тарих һәм йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы Әминә Шәрипова 39 йыл ғүмерен ошо изге һөнәргә бағышлаған.
Ул Мәмбәт ауылында Зиннур һәм Фәүзиә Әхмәтовтарҙың ишле ғаиләһендә донъяға килгән. Алты баланың өсөһө педагог юлын һайлай. Гөлсөм апаһы Маҡан ауылы балалар баҡсаһында тәрбиәсе, ә Гөләмзә апаһы Сиҙәм урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы булып эшләгән, әлеге ваҡытта икеһе лә хаҡлы ялда. Бәлки яҡындарына эйәреп, бәләкәйҙән теремек, бар нәмә менән ҡыҙыҡһыныусан Әминә исемле ҡыҙ ҙа мәктәпте уҡышлы тамамлағас, ошо изге һөнәрҙе үҙ итеп, башта Сибай педагогия училищеһында, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтында уҡый.
Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 40-сы һанында уҡығыҙ.