МӘҒАРИФ
5 Октябрь 2023, 03:50

Һандар донъяһы серҙәренә өйрәтә

Бөгөн һүҙебеҙ һәләтле педагогтарҙың береһе – Өфө ауылы мәктәбендә фәндәр батшаһы  математиканан белем биргән  Гүзәл Ғилман ҡыҙы Ғәлләмова тураһында булыр.

Һандар донъяһы серҙәренә өйрәтәҺандар донъяһы серҙәренә өйрәтә
Һандар донъяһы серҙәренә өйрәтә

Уҡытыусы – бик боронғо һөнәр эйәһе. Балаларға белем биреү менән бер рәттән улар кешене шәхес итеп тәрбиәләүҙә лә ҙур роль уйнай. Кешене кеше иткән аң-белемде беҙ нәҡ мәктәп партаһы артында алабыҙ, беҙҙең киләсәктә кем булыуыбыҙ, ниндәй һөнәр һайлауыбыҙ – барыһы ла тиерлек уҡытыусы ҡулында. Мөғжизәләр тыуҙырыусы ғалимдар ҙа, хистәренән йыр яһаусы шағирҙар ҙа, батырлыҡта тиңдәше юҡ геройҙар ҙа, сәхнәләрҙе балҡытыусы артистар ҙа – бөтәһе лә уҡытыусыға бурыслы.

2023 йыл Рәсәй педагогикаһына нигеҙ һалыусы К.Д. Ушинскийға 200 йыл тулыу айҡанлы президентыбыҙ В.В. Путин тарафынан “Педагог һәм остаз йылы” тип иғлан ителде. Беҙгә лә, шундай мәртәбәле йылда, районыбыҙҙың иң абруйлы уҡытыусыларының береһе тураһында яҙыу мөмкинселеге тейҙе. Уҡытыусы – донъялағы иң изге, иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Үҙеңдең тәрбиәңде оло тормош юлына яңы аяҡ баҫып килеүсе йәштәргә тапшыра белеү – оло талант. Бөгөн һүҙ ошондай һәләтле педагогтарҙың береһе математика уҡытыусыһы  Гүзәл Ғилман ҡыҙы Ғәлләмова тураһында булыр.

Гүзәл Ғилман ҡыҙы республикабыҙҙың Мәсетле районында уҡытыусылар ғаиләһендә донъяға килә. Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлағас, Хәйбулла районының Өфө ауылы мәктәбендә эш башлай һәм бөгөнгәсә ошо тынғыһыҙ хеҙмәтен дауам итә.

Тулы мәҡәләне "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 40-сы һанында уҡығыҙ.

Автор:Сәлиә Ғәлиуллина, Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү район музейының ғилми хеҙмәткәре
Читайте нас