

Тантаналы сара Уҡытыусылар һәм Тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү хеҙмәткәрҙәре көнө арналды. Райондың иҡ яҡшы педагогтары юғары наградаларға лайыҡ булды. Шулай уҡ үҙ һөнәренең оҫталары булған уҡытыусыларға район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Рәхмәт хаттары, "Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты" йәмғиәтенең сертификаттары тапшырылды. Сараны район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең моңло йырҙары һәм "Хәйбулла" өлгөлө бейеү ансамбленең дәртле бейеүҙәре биҙәне.
Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә барлыҡ уҡытыусыларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлайбыҙ! Еңел булмаған эштәрендә уңыштар теләйбеҙ.