МӘҒАРИФ
3 Октябрь 2023, 15:08

Башҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй

  

Башҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләйБашҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй
Башҡортостанда 42 меңгә яҡын педагог Уҡытыусылар көнөн билдәләй

5 октябрҙә Уҡытыусылар көнө билдәләнә. Башстаттың 2022-2023 уҡыу йылы мәғлүмәттәренә ярашлы, Башҡортостандың мәғариф өлкәһендә 115 мең хеҙмәткәр эшләй (республика предприятиеларында һәм ойошмаларында эшләүселәрҙең дөйөм һанынан 12%). Уларҙың 32,6 меңе — мәктәп, 4,4 меңе — урта махсус уҡыу йорттары, 4,6 меңе — юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары. Педагогтарҙың 91% юғары белемгә эйә.

Мәктәп уҡытыусыларының күпселек өлөшөн (89%) ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә, урта һөнәри белем биреү ойошмалары уҡытыусылары араһында ҡатын-ҡыҙҙар — 79%, юғары уҡыу йорттарының профессор-уҡытыусылары араһында иһә 60%.

Дөйөм белем биреү ойошмаларында кадрҙар даимилығы күҙәтелә: һәр икенсе педагогтың 20 йылдан ашыу эш тәжрибәһе бар. 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас