

Йәмле Йәнтеш ауылында тыуып үҫеп, ошонда уҡ мәктәпте тамамлаған мәҡәләм геройы уҡытыусы һөнәренә урау юлдар менән килә.
-Уҡытыусы булырға бала саҡтан хыялландым. Балаларҙы уҡытып уйнай торғайныҡ. Мәктәптән һуң, Орск ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлап, ике йыл заводта эшләнем. Әммә уҡытыусы булыу теләгем көслө булыу сәбәпле, отпускыға ҡайтҡанда Өфөгә барып документтарымды тапшырҙым һәм Башҡорт дәүләт педагогия институтының химия-биология факультетына уҡырға индем. Педагогик хеҙмәт юлымды Савельевка мәктәбендә башланым. Артабан тыуған ауылым Йәнтеш мәктәбендә, Аҡъярҙа “Тополек” балалар баҡсаһында ла эшләргә тура килде. Кейәүгә сыҡҡас, Садовый мәктәбендә хеҙмәт юлымды дауам иттем. Әммә химия-биология фәне буйынса түгел, башҡорт теле һәм Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы итеп эшкә алдылар. Сөнки 90-сы йылдарҙа суверенитет алғас, рус мәктәптәрендә лә башҡорт теле, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте предметтары индерелде һәм башҡорт телен белгән кадрҙар кәрәк ине. Шул йылдарҙан алып уҡыусыларға ошо предметтарҙан белем бирҙем,- ти Рәмзиә Дәүләтҡолова.
Талантлы педагог белемен камиллаштырыу өсөн ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология факультетын тамамлай. Садовыйҙа башланғыс мәктәп кенә ҡалғас, 2-се Аҡъяр мәктәбенә эшкә күсә. Был белем усағында тиҫтә йылдан ашыу уҡыусыларында туған телгә һөйөү тәрбиәләй. Дөйөм педагогик стажы 34 йыл. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы, район мәғариф идаралығының Почет грамоталары менән билдәләнгән.
-Уҡытыусы һөнәрен һайлағанға бер ҙә үкенмәйем. Эшем оҡшай. Үҙемде икенсе өлкәлә күҙ алдына ла килтерә алмайым, - ти Рәмзиә Абдрахман ҡыҙы.
Тәжрибәле педагогтың уҡыусылары башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, төбәк-ара олимпиадаларҙа, республика шиғыр һөйләүселәр бәйгеләрендә призлы урындар яулай.
-Уҡыусыларымдың уңыштары хеҙмәтемә ҙур баһа,- ти Рәмзиә Дәүләтҡолова.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 38-се һанында.