

«Башҡортостан Республикаһының мәктәп туризмы» проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә 2-се Аҡъяр мәктәбе уҡыусылары Әбйәлил районында урынлашҡан «Яҡтыкүл» («Банное») тау саңғыһы үҙәгендә булды.
Проектта ҡатнашыусыларға ҡыҙыҡлы һәм фәһемле программа тәҡдим ителде.
Хәйбулла уҡыусылары «Березка» ял йортоноң уңайлы бүлмәләренә урынлашты. Тур программаһы буйынса ял йорто ресторанында туҡланыу, бассейнға йөрөү һәм мәҙәни-күңел асыу программаһы ойошторола. Беренсе көндә улар Йәлембәт ауылындағы «Аҡ табип» питомнигына килеп, унда төрлө тоҡомло эттәр һәм бесәйҙәр менән танышалар. Экскурсияны тәжрибәле белгестәр үткәрҙе.
Икенсе көндө балалар Күсем ауылында урынлашҡан Советтар Союзы Геройы генерал-майор Таһир Тайып улы Күсимовтың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында булалар. Музей фондында 600-ҙән ашыу һаҡлау берәмеге иҫәпләнә. Бында шул иҫәптән 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби юлы тураһында материалдар һәм китаптар күрһәтелә. Айырым экспозиция тыл батырлыҡтарына арналған.
Сәйәхәттең икенсе көнө аттракциондар паркына барыу менән тамамлана.