МӘҒАРИФ
28 Сентябрь 2023, 14:32

Шайморатовсылар - мөһим объектта

Бүребай мәктәбе уҡыусылары Хәйбулла район электр селтәрҙәре эшмәкәрлеге менән танышты

Шайморатовсылар - мөһим объекттаШайморатовсылар - мөһим объектта
Шайморатовсылар - мөһим объектта

Һөнәри йүнәлеш биреү эше сиктәрендә Бүребай мәктәбенең 6-сы Шайморатов класы уҡыусылары Хәйбулла район электр селтәрҙәре эшмәкәрлеге менән танышты. Экскурсия балаларға үҙҙәрен ысын сәнәғәтсе итеп тойоу, энергетика предприятиеһының производство биналарына һәм цехтарына барыу, энергетика өлкәһендә белемен киңәйтеү өсөн уникаль мөмкинлеге бирҙе.

Экскурсия барышында Хәйбулла район электр селтәрҙәре начальнигы Рәжәп Әхмәт улы Туғыҙбаев  электр хәүефһеҙлеге, трансформаторҙар һәм башҡалар тураһында һөйләне. Балалар электрик һөнәре тураһында бик күп файҙалы мәғлүмәттәр алды һәм эшмәкәрлек үҙенсәлектәре менән яҡындан танышты.

Шайморатовсылар - мөһим объектта
Шайморатовсылар - мөһим объектта
Шайморатовсылар - мөһим объектта
Шайморатовсылар - мөһим объектта
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас