МӘҒАРИФ
27 Сентябрь 2023, 12:07

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ

Бөгөн Аҡъяр ауылы Балалар ижады йортонда район мәктәптәре уҡыусылары араһында муниципаль медиафестиваль уҙғарылды.

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕУҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ
УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ

Сара ике этапта үткән: ғариза биреү һәм бүләкләү тантанаһы. Балалар аҙна дауамында өс йүнәлеш буйынса видеороликтар әҙерләгән - уҡыусыларҙың үҙидаралығы, бала саҡ навигаторҙары һәм бала күҙлегенән уҡытыусының тормошонан бер көн. Конкурста 7 мәктәп һәм Аҡъяр ауылының социаль приюты ҡатнашҡан. Жюри хөкөмөнә йәмғеһе 10 видеояҙма тәҡдим ителгән.

Бүләкләү тантанаһына бөтә ҡатнашыусылар ҙа саҡырылған. Башта балалар журналистика буйынса тест үткән, ә һуңынан иң яҡшы эштәрҙе ҡарау һәм бүләкләү ойошторолған. Медиафестивалдең һәр ҡатнашыусыһы еңеүсе, призер дипломы, әүҙем ҡатнашҡаны өсөн грамота һәм төрлө суммаға сертификаттар менән бүләкләнгән. Афарин! 

УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ
УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ
УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ
УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН ИЖАДИ ЯРЫШ ҮТТЕ
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас