МӘҒАРИФ
27 Сентябрь 2023, 04:47

Балаларға күңел йылыһын өләшә

Башҡорт теленән өҫтәмә белем биреү педагогы Йәмилә Хәйбуллина Аҡъяр ауылының “Йәйғор” балалар баҡсаһында 17 йыл эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ул үҙен балаларҙы, һөнәрен яратҡан, эшен бар күңелен һалып башҡарған педагог итеп танытҡан.

Балаларға күңел йылыһын өләшәБалаларға күңел йылыһын өләшә
Балаларға күңел йылыһын өләшә

- Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлап, хеҙмәт юлымды Әбеш урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башланым. 11 йыл мәктәптә балалар уҡытҡас, яҙмыш мине кескәй генә балалар иленә илтте. Был һөнәргә килгәс тә, уның ни ҡәҙәр ҡыҙыҡлы, яуаплы хеҙмәт икәнен асырға тырыштым һәм астым. Сөнки мин үҙе бер әкиәт өлөшөнән торған бала саҡ, сабыйҙар иленә эләктем. 28 йыл дөйөм педагогик хеҙмәт юлым донъяға нур һәм йәм һибеүсе, эскерһеҙ, саф күңелле балалар янында үтте. Һәр көн уларҙың күҙҙәренә бағып, күпме ҡыҙыҡһыныу, өмөт осоҡондарын күрәм, уларҙың ынтылыштарына, уңыштарына ҡыуанам. Ошо кисерештәрҙән балаларҙы һәм хеҙмәтемде яратыуымды аңлайым,- ти Йәмилә Фәтих ҡыҙы.

Йәмилә Хәйбуллинаның педагогик эшмәкәрлек өлкәһендә ҡаҙаныштары бихисап. Ул республика, төбәк-ара, халыҡ-ара фәнни ғәмәли конференцияларҙа һәм мәғарифты үҫтереү институты ойошторған методик эшкәртмәләр оҫталығы конкурстарында бер нисә йыл рәттән еңеү һәм призлы урындар яулай. Мәҫәлән, былтырғы уҡыу йылында Ж.Кейекбаев, М.Кәрим, А.Игебаев, М.Исҡужин уҡыуҙарында мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телдә белем биреү буйынса ойошоторлған бәйгеләрҙә призлы урындарға өлгәшкән. 2021 йылда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” муниципаль конкурста “Иң яҡшы мәғариф хеҙмәткәре” номинацияһы еңеүсеһе була. Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте “Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы” билдәһе, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының почет грамотаһы менән баһаланған.

  • Иң ҙур ҡаҙанышым уҡыусыларымдың, тәрбиәләнеүселәремдең уңыштары һәм ата-әсәләрҙең рәхмәт һүҙҙәре,- ти талантлы педагог.
  • -Коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ уңайынан ҡотлайым. Изгеләрҙән һаналған һөнәребеҙ бик яуаплы, кеше тормошоноң башланғысына нигеҙ һалыусы. Еңел булмаған хеҙмәтебеҙҙә һәр саҡ уңыш юлдаш булһын. Балалар баҡсаһы кескәйҙәрҙең шат тауыштарынан тынмаһын,- тигән теләктәрен еткерҙе Йәмилә Хәйбуллина.

    Мәғариф системаһында ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, һәр саҡ үҙ эшенең оҫтаһы булып ҡалған,  илебеҙ киләсәген тәрбиәләгән мәктәпкәсә белем биреү педагогтарына, тәрбиәселәргә  эштәрендә уңыштар теләп ҡалабыҙ.

 

Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 39-сы һанында.

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас