МӘҒАРИФ
27 Сентябрь 2023, 03:59

Бөгөн - тәрбиәселәр көнө

Лилиә Фәтих ҡыҙы Тапаҡова тураһында бик күп маҡтау һүҙҙәре яҙырға була. 29 йыл хеҙмәт юлын Бүребай ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһына бағышлаған мәртәбәле, тәжрибәле тәрбиәсе ул. 

Бөгөн - тәрбиәселәр көнөБөгөн - тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - тәрбиәселәр көнө

Бүребай ауылы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһында ла көн дә тормош ҡайнауын алыҫҡа ишетелгән балалар тауышы һәм шаян көлөүҙәре менән тула. Шөғөлдәрҙән һуң саф һауа һуларға һәм тәбиғәтте күҙәтергә сыҡҡан балалар тәрбиәселәр менән тәүге асыштар яһайҙар. Шулар араһында балалар менән бер булып тәбиғәтте күҙәтеп йөрөгән тәрбиәсе хаҡында булыр был һүҙ. Лилиә Фәтих ҡыҙы Тапаҡова – тормошон балалар баҡсаһына бағышлаған, үҙенең эшенә яуаплы ҡараған, кескәй дуҫтарының йөрәгенә юл тапҡан, ҙур тәжрибәле белгес – 29 йыл стажлы тәрбиәсе. Лилиә Фәтих ҡыҙы үҙенең эшен ярата, бер урында тормай, замана менән бергә атлай, төрлө семенар-курстарҙа һәм конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша, федераль дәүләт стандарттарын ҡулланып оҫталыҡ шөғөлдәре үткәрә.

Тулыраҡ "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 39-сы һанында уҡығыҙ.

Бөгөн - тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - тәрбиәселәр көнө
Бөгөн - тәрбиәселәр көнө
Автор:Зөлфиә Көсөкбаева, Зөһрә Шәкирова
Читайте нас