

Аҡьяр ауылы "Йәйғор" балалар баҡсаһында "Мәрхәмәтлелек йәрминкәһе - 2023" үтте.
Йыл да балалар баҡсаһында үткәрелгән көҙгө йәрминкә быйыл "Беҙ бергә!" девизы аҫтында ойошторолдо. Ил һулышын тойоп, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙға ярҙам итеү маҡсаты менән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре, атай-әсәйҙәр ярҙамында мәрхәмәтлелек йәрминкәһе шулап-гөрләп үтеп тә китте.
Милли зауыҡ менән биҙәлгән өҫтәлдәрҙә милли ризыҡтарыбыҙ, ҡул эштәре, көҙгө байлыҡ урын алды. Ҡатнашыусылар сағыу көҙгө фотозонала фото төшөп ҡыуандылар.
Байрамдың биҙәге әлбиттә Көҙһылыу менән уйындар уйнап, йырлап-бейегән балалар булды.
Йәрминкәлә ҡатнашыусылар йөрәк ҡушыуы буйынса изге эшкә үҙ өлөшөн индереп, күңел асып, һәр беребеҙгә аяҙ күк йөҙө теләп ҡәнәғәтләнеү тойғоһо менән, рәхмәттәрен әйтеп таралыштылар.
Йәрминкәләге килем, алдан килешелгәнсә, тулыһынса махсус хәрби операция фондына күсереләсәк. Шулай уҡ бик күп ризыҡ, аҙыҡ-түлек яугирҙарыбыҙға инселәп Хәйбулла ирекмәндәре штабына тапшырылды.
Мәрхәмәтлелек йәрминкәһенә килеп ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт !!!
Беҙ бергә!
Беҙ булдырабыҙ!!!