

2020 йылда Башҡортостан мәктәптәрендә Рәсәй Федерацияһы Геройы генерал-майор Миңлеғәле Минһаж улы Шайморатов исемендәге кластар булдырыла башланы.
Хәйбулла районында уҙған уҡыу йылында Бүребай мәктәбендә тәүге Шайморатов класы ойошторолдо. Ә быйылғы уҡыу йылында 1-се Аҡъяр мәктәбенең 5-се "ш" класы уҡыусылары ла "шайморатовсылар" сафын тулыландырыуы һөйөнөслө.
Шайморатов исеменә тап төшөрмәй тырышып уҡығыҙ, илебеҙҙең лайыҡлы граждандары булып үҫегеҙ, аҡ юл һеҙгә, уҡыусылар!