

«Патриот» хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркында республика педагогик хеҙмәткәрҙәре араһында «Геройҙар уҙышы» тип исемләнгән командалар ярышы үтте.
Старт һыҙығында 133 команда сыға, ә был 798 ҡатнашыусы. Беҙҙең райондың намыҫын яҡланылар:
1) Турғомбаев Фазылйән Зариф улы, Подольск ауылы мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
2) Рәхмәтов Фәрүәз Сәлимйән улы, Сиҙәм ауылы мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы;
3) Бохарбаев Илгиз Илдар улы, Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы;
4) Юламанов Әғзәм Рәжәп улы, Аҡъяр ауылы Балалар һәм үҫмерҙәр мәктәбенең тренер-уҡытыусыһы;
5) Саниев Динар Фәнис улы, Бүребай ауылы Физкультура-һауыҡтырыу комплексы мөдире;
6) Мәмбәтов Ғирфан Ғилман улы, 1-се Аҡъяр мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.
7) Амантаев Мәжит Ишбулды улы, район мәғариф идаралығы водителе.
Республика педагогтары командалары профессиональ инструкторҙар оҙатыуында һыу йырындары, бейек стеналар, ауыш ҡоймалар, сәнскеле тимер сым, ер аҫты тоннелдәре, траншеялар һәм тағы ла бик күп мауыҡтырғыс ҡаршылыҡтар аша үтте. Ярышта ҡатнашыусылар ғәҙәти булмаған шарттарҙа ныҡлығын тикшереп, бик күп онотолмаҫлыҡ яңы тәьҫораттар, көс-дәрт алды.