МӘҒАРИФ
6 Сентябрь 2023, 10:44

Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының сентябрь осоро башланды

-

Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының сентябрь осоро башландыБашҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының сентябрь осоро башланды
Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының сентябрь осоро башланды

Башҡортостанда дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының өҫтәмә сентябрь осоро башланды. Республиканың Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 сентябрҙә – рус теленән төп дәүләт имтиханы, 11 сентябрҙә – туған телдәр, 12 сентябрҙә – тарих, биология, физика һәм география, 15 сентябрҙә – йәмғиәтте өйрәнеү, химия, информатика һәм ИКТ, әҙәбиәт һәм сит телдәр буйынса имтихандар була.

19-23 сентябрҙә лә өҫтәмә осорҙа төп дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн резерв көндәр ҡаралған.

Өҫтәмә осор туғыҙынсы кластарға үҙ һөҙөмтәләрен төҙәтергә һәм төп дөйөм белем тураһында аттестат алырға мөмкинлек бирә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2023-09-05/v-bashkirii-startoval-dopolnitelnyy-sentyabrskiy-period-gosudarstvennoy-itogovoy-attestatsii-3420524

Автор:Элина Әхмәтова.
Автор:
Читайте нас