МӘҒАРИФ
3 Сентябрь 2023, 16:08

Яңы полилингваль мәктәптәр асылды

Аҡъярҙа һәм Учалы ҡалаһында күп профилле мәктәптәр асылды.    

Яңы полилингваль мәктәптәр асылдыЯңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды

Белем көнөндә Аҡъярҙа һәм Учалы ҡалаһында полилингваль мәктәптәр асылды. Мишкәләге 2-се мәктәпкә һәм Сибайҙағы гимназия-интернатҡа ла ныҡлы ремонт үткәреп, яңыртҡандан һуң, улар полилингваль статусында асылды.

Полилингваль мәктәптәр иң заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған, балаларға күмәкләп йыйылып эшләр өсөн күп функциялы бүлмәләр бар (коворкинг), ижад итеү, үҙеңде һынап ҡарау өсөн шарттар тыуҙырылған. Бындай мәктәптәрҙә уҡырға теләүселәр һаны йылдан-йыл арта бара, быға белем биреү процесының юғары сифатлы булыуы булышлыҡ итә. Уҡыусылар имтихандарҙа, одимпиадаларҙа, конкурстарҙа, башҡа проекттарҙа яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.

1 сентябрҙә Яңы Тәтешле, Бишбүләк ауылдарында, Баймаҡ лицей-интернатында ла полилингваль мәктәптәр асылды.

Киң мөмкинлектәре булған, заманса мәктәптәрҙе асыуға, әлбиттә, РФ Президенты В. В. Путиндың "май" указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Мәғариф" милли проекты (национальный проект "Образование") булышлыҡ итә.

Сығанаҡ: education.bashkortostan.ru

Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Яңы полилингваль мәктәптәр асылды
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас