

Мәктәпте асыу тантанаһында БР Мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, мәктәп директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар мәктәп уҡыусыларын, педагогик коллективты Белем байрамы айҡанлы ихлас тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.