МӘҒАРИФ
30 Август 2023, 11:39

Районда йәш педагогтар сафы тулыланды

Кемдәр улар һәм ҡайһы мәктәптә уҡыта? Йәш белгестәргә аҡсалата сертификаттар тапшырылды. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Районда йәш педагогтар сафы тулыландыРайонда йәш педагогтар сафы тулыланды
Районда йәш педагогтар сафы тулыланды

Бөгөн уҡытыусыларҙың август педсоветы сиктәрендә, педагогик хеҙмәт юлын башлаған йәш белгестәргә муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы бер тапҡыр бирелә торған 50 мең һум күләмендә сертификаттар тапшырҙы.

Бына улар:

Туғыҙбаева Елена Рәмил ҡыҙы, Бүребай мәктәбенең өҫтәмә белем биреү педагогы;

Ҡужина Минниса Рәлиф ҡыҙы, Маҡан ауылының башланғыс кластар уҡытыусыһы;

Ҡотоева Дилбәр Васил ҡыҙы, Мәмбәт мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы;

Татлыбаева Зарина Руслан ҡыҙы, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең информатика уҡытыусыһы;

Юланов Тимур Кинйә улы, 3-сө Аҡъяр мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы;

Аҡҡужина Эльвира Әнүәр ҡыҙы,2-се Аҡъяр мәктәбенең педагог-психологы;

Каскинова Рузилә Нурғәле ҡыҙы, Мәмбәт мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы;

Дәүләтҡолов Тимерхан Ғәле улы, Өфө мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы.

https://vk.com/haibroo

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас