

Педагогтар кәңәшмәһенең почетлы ҡунағы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, яҡташыбыҙ Хөрмәтулла Үтәшев Башҡортостан Республикаһының рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм башҡорт теле һәм мәҙәниәтен үҫтереү эшенә тос өлөш индергәне өсөн РФ Дәүләт Думаһы Федераль йыйылышының мәғариф буйынса Комитетының Рәхмәт хатын Әбүбәкер ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зөһрә Билаловаға тапшырҙы.
Шулай уҡ башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын, туған тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән Нәйлә Билалова, Нурсилә Ибраһимова һәм Лилиә Билалова Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
https://vk.com/district_haibulla