МӘҒАРИФ
30 Августа 2023, 13:59

Башҡортостан алдынғылар рәтендә

20-22 августа Новосибирск дәүләт университеты майҙансығында “Заманса кампустар селтәрендә технологик эшҡыуарлыҡ экосистемаһы” стратегик сессияһы үтте.

Башҡортостан алдынғылар рәтендәБашҡортостан алдынғылар рәтендә
Башҡортостан алдынғылар рәтендә

Сара “Фән һәм университеттар” милли проектының “Заманса кампустар селтәрен булдырыу” федераль проекты сиктәрендә уҙғарылды. Унда әлеге ваҡытта халыҡ-ара кампустар булдырылған 16 төбәк ҡатнашты.

Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составына төбәк хөкүмәте вәкилдәре, “Башҡортостанда инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге” етәкселеге, төбәк инжиниринг үҙәге, шулай уҡ өс университет вәкилдәре инде.

Бер нисә көн дауамында төбәк командалары технологик эшҡыуарлыҡтың берҙәм системаһына интеграциялауҙың инфраструктура һәм мәғлүмәт мөмкинлектәрен тикшерҙе, студенттар стартаптарын булдырыуҙы һәм үҫтереүҙе әүҙемләштерергә мөмкинлек биргән сервистар һәм инструменттар әҙерләне.

Стратегик сессия сиктәрендә Рәсәйҙең технологик эшҡыуарлыҡты үҫтереү институттары вәкилдәре сығыш яһаны.

Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса төбәктәрҙә технологик эшҡыуарлыҡ экосистемаларының иң яҡшы дүрт моделе билдәләнде. Уларҙы Түбәнге Новгород, Төмән, Силәбе һәм Өфө ҡалалары әҙерләне. Стратегик сессия һөҙөмтәләре РФ Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенкоға тәҡдим ителде.

 

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас