

Бүребай мәктәбенең 5-се “Шайморатов”тар класынан биш уҡыусы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркы базаһында урынлашҡан профилле сменала ял итте.
Унда малайҙар хәрби әҙерлек буйынса уҡыу үтте. Мәҫәлән, топография серҙәренә төшөндөләр, ғәҙәттән тыш хәлдәр осрағында үҙеңде тоторға һәм аныҡ ҡарар ҡабул итергә, беренсе медицина ярҙамы күрһәтергә өйрәнделәр.Бынан тыш, уларға уҡтан атыу, милли көрәш, ырыу тамғаларын төшөрөү кеүек милли-төбәк тематикаһына оҫталыҡ кластары оҡшаны.
Профилле сменала ял итеүсе балалар Уҡыусылар музейҙа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының күсмә экспозиция күргәҙмәһендә лә булдылар. Йәш "шайморатовсылар" доцент, тарих фәндәре кандидаты, виртуаль тыуған яҡты өйрәнеүсе Тикеев Марат Данис улы менән виртуаль ысынбарлыҡ күҙлегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының хәрби бәрелеш һәм генерал М.Шайморатов һәләк булған урындарға сәйәхәт итте. Шулай уҡ уҡыусылар өсөн туған телде һаҡлауға һәм тыуған төйәктең тарихи һәм мәҙәни мираҫын популярлаштырыуға йүнәлтелгән « GeoLing Илгиҙәр» интерактив мультимедиалы команда уйыны ойошторолдо.