

Башҡортостанда Родион Әмиров исемендәге стипендия булдырылды. Стипендияны М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты булдырған.
Исемле стипендияны спортта ҙур уңыштарға өлгәшкән Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты колледжы студенттары аласаҡ.
БДПУ-ла Родион Әмировтың Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның студенты, Аҡмулла колледжын тамамлаусы булыуын иҫкә төшөрҙөләр.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 14 августа «Салауат Юлаев» хоккей клубы хоккейсыһы Родион Әмиров вафат булды. Йәш спортсы оҙаҡ ваҡыт онкология сиренән дауалана. Диагноз медицина тикшереүе һәм башҡа йәрәхәттән дауаланыу ваҡытында раҫлана. Спортсы Германияла дауаланған.