

3-сө Аҡъяр мәктәбендә беренсе класҡа киләсәк уҡыусыларҙың ата-әсәләренең беренсе йыйылышы үтте.
Мәктәп директоры Рөстәм Дәүләтбирҙин 1-селәрҙең уҡыуын ойоштороу буйынса дөйөм мәғлүмәт менән таныштырҙы. Башланғыс кластар белем аласаҡ уҡыу корпусы буйлап экскурсиянан һуң, класс йыйылышы кабинеттарҙа дауам итте. Ата-әсәләрҙе яңы мәктәптәге шарттар ҡыуандырҙы. Йыйылыш улар өсөн дә, мәктәп хеҙмәткәрҙәре өсөн дә һөҙөмтәле үтте.