МӘҒАРИФ
12 Август 2023, 11:02

Кем ул Степан Кривенков?

Федоровка ауылында уның иҫтәлегенә  мемориаль таҡта асылды. Тулыраҡ һылтанма аша инеп уҡығыҙ.

Кем ул Степан Кривенков?Кем ул Степан Кривенков?
Кем ул Степан Кривенков?

Бөгөн Федоровка ауылында  Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, мәктәптең беренсе директоры Степан Георгиевич Кривенков иҫтәлегенә мемориаль таҡта асылды.

Быйыл уға 100 йәш тулған булыр ине. Степан Георгиевич  Федоровкала 20 йыл мәктәп директоры вазифаһын башҡара. Мемориаль таҡта—үҫеп килеүсе быуынға белем һәм тәрбиә биреүгә үҙ ғүмерен арнаған кешегә хөрмәт һәм хәтер билгеһе.

Степан Кривенковтың һөнәри оҫталығы өлгөһөндә  бер нисә быуын педагогтар һәм остаздар үҫеп сыға. Бөгөн мәктәптә үткән сараға нәҡ улар йыйылды. Бөгөнгө һәм хаҡлы ялдағы уҡытыусылар, уларҙың уҡыусылары һәм ата-әсәләре үҙҙәренең мәктәп йылдарын хәтергә алып, бөгөнгө осрашыуҙы ойошторғандарға, ҡасандыр төплө белем биргән педагогтарға  рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.

https://vk.com/district_haibulla

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас