

Юғары педагогик белемле тәрбиәсе был мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһында 2013 йылдан эшләй. Тиҫтә йыл эсендә ул үҙен кескәйҙәрҙең күңеленә юл табыусы талантлы педагог итеп танытҡан.
- Эшемде бик яратам. Балалар баҡсаһында эшләү йылдарында ике төркөм сығарҙым. Быйыл сираттағы тәрбиәләнеүселәрем мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә күсә. Балаларҙың һәләтен асыу, үҫтереү, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләү - төп эшебеҙ. Ғөмүмән, бала һәр яҡлап та камил үҫешһен өсөн тәүге һыҙаттарҙы һалырға тырышабыҙ. Тәрбиәсегә ижади шәхес булыу, йәғни йырлай, бейей, һүрәт төшөрөү, шиғыр һәм әкиәттәр һөйләй белеү һәм балаларҙы яратыу мөһим. Шулай уҡ һәр бәләкәстең күңеленә юл таба белеү ҙә кәрәк, - ти Лилиә Рыҫҡолова.
Лилиә Фәнил ҡыҙы сығарған төркөмдәр тураһында, уның балалары ныҡлы әҙерлек менән килә, тигән маҡтау һүҙҙәрен дә ишетергә була. Ул балаларҙың психологияһын ғына аңлап ҡалмай, төрлө ҡытыршы урындарын төҙәтергә, атай-әсәйҙәр менән һөйләшеп алырға ла ваҡыт таба. Шуға ла ул был һөнәрҙе осраҡлы һайламаған, ул уның булмышында, йәшәйешендә.
-Хеҙмәтеңдең емештәрен күреү, тәрбиәләнеүселәремдең уңыштары күңелемә дәрт өҫтәй, - ти Лилиә Фәнил ҡыҙы.
Һәләтле тәрбиәсе юғары һөнәри оҫталығы, ижади әүҙемлеге һәм мәктәпкәсә йәштәге балаларҙы үҫтереүҙәге уңыштары өсөн район хакимиәтенең Рәхмәт хаты һәм башҡа грамоталар менән бүләкләнгән.
Мәҡәлә тулыраҡ гәзитебеҙҙең 31-се һанында.