


Был - имтихандың төп этабы буйынса һөҙөмтә. Шул иҫәптән Әлшәй районы Шафран мәктәбенән Мария Кутьенкова һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 5-се мәктәптән Виктория Ғәзизова икешәр фәндән иң юғары балды йыйҙы.
Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға тапшырған һәм республикалағы юғары уҡыу йортона уҡырға ингән өсөн Башҡортостанда 150 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, премияны алыу өсөн ҡағыҙ варианттағы документтарҙы 17 авгусҡа тиклем 105-се бүлмәгә алып барырға кәрәк.
https://education.bashkortostan.ru/presscenter/news/560656/
Фото: education.bashkortostan.