МӘҒАРИФ
12 Июль 2023, 05:14

Башҡортостанда эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған балалар лагеры ябылды

   

Башҡортостанда эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған балалар лагеры ябылдыБашҡортостанда эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған балалар лагеры ябылды
Башҡортостанда эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары асыҡланған балалар лагеры ябылды

Краснокама районының «Росинка» лагерында беренсе заезд ваҡытынан алда тамамланды. Эсәк инфекцияһы осраҡтары асыҡланғандан һуң учреждениела санитар эшкәртеү эштәре бара. 

Хәҙер хәл Башҡортостандың Роспотребнадзор идаралығы контролендә. Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эсәк инфекцияһын йоҡтороу осраҡтары юҡ. Шуға ҡарамаҫтан, яңы смена алдынан лагерь ябылды.

«Росинка» балалар һауыҡтырыу үҙәге 7-16 йәшлек балалар һәм үҫмерҙәр өсөн асылған. Үҙәк Нефтекаманан 10 километр саҡрым, Раздолье ауылы янындараҡ урынлашҡан.

 

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы,
Читайте нас